1 ғинуарҙан Рәсәйҙә дәүләт менән иҫәпләшеүҙең яңы механизмы - Берҙәм һалым иҫәбе эшләй башланы

Был барлыҡ һалымдарҙы бер түләү менән үткәреү мөмкинлеге. Яңылыҡ бюджет системаһын уңайлыраҡ һәм асығыраҡ итергә, шулай уҡ ҡаҙнаға мотлаҡ түләүҙәр индергәндә төрлө хаталарға юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Берҙәм һалым иҫәбе намыҫлы һалым түләүселәрҙең тормошон еңеләйтә һәм бик күп реквизиттар ҡуйылған түләү ҡағыҙҙары тултырыуҙан ҡотҡара .Һалым түләүсе дәүләткә бурысын, йә ҡалған аҡсаны үҙ ҡарамағына тотона аламы-юҡмы икәнлекте һәр саҡ белеп торасаҡ. Һалым түләүҙәге үҙгәрештәр хаҡындағы мәғлүмәт менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында танышырға мөмкин. Берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны: 8 (800) 222 22 22