Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күгәрсен районында ауыл хакимиәте башлыҡтары менән осрашты

Зона семинарында республиканың төрлө ведомство етәкселәре, Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез, Федоровка райондары вәкилдәре ҡатнашты. 100-ҙән ашыу белгесте берләштергән сарала төбәктең көньяҡ райондарының социаль-иҡтисади үҫеше менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Мораҡ ауылы урамында яҡтыртыу ҡоролмаларын ҡуйыу, биләмәләрҙә юл төҙөкләндереү өсөн аҡса бүлеү һорауҙары күтәрелде. Радий Хәбиров ауыл хакимиәте башлыҡтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп артабан үҫеш маҡсаттарын билдәләне.

Күгәрсен районына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мрәүешле йылғаһы аша үткән күпер төҙөлөшө менән танышты.Тимер-бетон конструкцияның оҙонлоғо 21 метр тәшкил итә. Әлмәс ауылы эргәһендәге юл объекты сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип көтөлә. Бынан тыш ауыл хакимиәте башлыҡтары менән осрашыуҙа Юлдыбай ауылы биләмәһендә төбәктә зубрҙар үрсетеү һорауҙары ҡараласаҡ тип килешенде. Быйыл Белорус республикаһынан килтереләсәк тәүге зубрҙар өсөн шарттар «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында булдырылыр тип көтөлә.