Балтас районы Нөркә ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнаша

Балтас районы Нөркә ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашып, һыу торбаларын яңыртырға теләй. Әлегә конкурсҡа смета документтары әҙерләнә. Дөйөм сығымдар яҡынса миллион ярым һум булыр тип көтөлә. Сираттағы йыйылышта ауыл халҡы, бағыусылар индерәсәк сумма билдәләнде. Биләмәгә һыу селтәре уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында үткәрелгән, оҙонлоғо өс саҡрымдан ашыу. Һуңғы йылдарҙа унда ремонтты даими уҙғарыу талап ителгән.

Нөркә ауылы биләмәһе халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында даими ҡатнаша. Республика ярҙамы менән күләмле төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.