Бүздәк районында йәшәүсе «Демография» милли проектында ҡатнашып яңы эш башлаған

Уҡытыусы һөнәренән - дизайнерға. Бүздәк районы Сулпан ауылында йәшәүсе Фиданиә Муллагәрәева «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә ярҙам» федераль программаһында ҡатнашып яңы эш башлаған. Хәҙер уның ижад емештәре төрлө ойошмаларҙы, шифаханаларҙы һәм йорттарҙы биҙәй.

Яһалма сәскәләр. Тик уларҙы ысынынан айырырлыҡ түгел. Сөнки таждары дөрөҫ итеп, һөйөү ҡушып йыйылған. Яһалма сәскәләр, үләндәрҙе дизайнлау шөғөлөн Фиданиә килемле эшкә әүрелдергән.

Фиданиә тәүге һөнәре буйынса уҡытыусы. Бүздәк районының мәғариф бүлегендә лә эшләгән. Ике бала әсәһе яңы һөнәр үҙләштереп йәшәгән йорто ихатаһында оҫтахана асҡан, киләсәктә уны ҙурайтырға иҫәбе бар. Үҙмәшғүллек өсөн дәүләттән бүленгән 153 мең һум аҡсаға кәрәкле йыһаздар һатып алған.

«Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә ярҙам» федераль программаһы өсөнсө йыл ғына эшләп килеүенә ҡарамаҫтан республикала киң ҡулланыла.

2022 йылда биш мең кешегә квота бүленде, әммә яңы һөнәр үҙләштерергә теләүселәр был һандан күберәк булып сыҡты. Һөҙөмтәлә алты меңдән ашыу кеше кавалификацияһын күтәрҙе. Быйыл бындай мөмкинлек өс мең кешегә бирелә, шулай уҡ теләүселәр күберәк булһа улар бөтәһе лә программала ҡатнаша ала.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Яңы һөнәргә уҡып сығыусыларҙың 84 проценты эш урыны тапҡан, үҙмәшғүллек менән шөғөлләнә, йә шәхси предприятие асҡан, хеҙмәт урынын һаҡлап ҡалғандар ҙа бар. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә һигеҙенсе урында.

Рәмилә Исмәғилева