Юлаевсыларҙың Омскиҙағы уйыны яман шеш менән яфаланған Родион Әмировҡа арналды. Осрашыуға килгәндә, беренсе осорҙоң 10-сы минутында иҫәпте Владислав Картаев асты. Тәнәфестән һуң яҡташыбыҙ йәнә уңышҡа өлгәште. Уйын аҙағында дәғүәселәр ҡапҡа һаҡсыһы урынына алтынсы хоккейсыны сығарҙы. Һөҙөмтәлә Рид Буше тәүге яуап шайбаһы индерҙе. Ә сиренаға 36 секунд ҡалды тигәндә Николай Кулёмин Башҡортостан командаһына 3-1 иҫәбе менән еңеү килтерҙе.
Шулай итеп «Салауат Юлаев» клубы 79 мәрәй менән икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Сираттағы осрашыуын юлаевсылар 18 февралдә уҙғара. Был көндө Өфөгә Новосибирскиҙың «Себер» командаһы килә.