Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Дәүләт Думаһына чайлдфри тураһында закон проекты тәҡдим итте

Проектҡа ярашлы, кесе йәштәгеләр һәм үҫмерҙәр араһында балаһыҙ ғаилә идеологияһын таратыуҙы тыйыу ҡаралған. Быға тиклем төбәк чиновниктары әҙерләгән документ илдең Закон сығарыу советы һәм башҡа профилле ведомстволар тарафынан ыңғай баһаланғайны. Депутаттар фекеренсә, чайлдфри идеологияһы илгә көнбайыштан килеп, Рәсәй йәштәре араһында киң тарала.

«Балаһыҙ ғаилә тәрбиәләү тураһында фекер бигерәк тә кесе йәштәгеләр өсөн хәүефле, был идеология традицион ғаилә ҡиммәттәренә нигеҙләнгән илебеҙ сәйәсәтенә тура килмәй», тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем йәмғиәттә традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе пропагандалау законға ярашлы ҡәтғиләштерелгәйне.