Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Мөхәббәт ул...» мюзикл акапеллаһының премьераһы үтте. Тамашала театрҙың хор коллективы билдәле рус йырҙарын башҡарҙы. 19- сы һәм 20-се быуат композиторҙары йырҙары һәм романстары Михаил Серков аранжировкаһында яңғыраны. Һәр йыр айырым бер хикәйәт рәүешендә сәхнәләштерелгән, бейеүҙәр менән ул спектакль формаһын ала.
Ғашиҡтар көнөнә арналған концерт ике көн дауамында аншлаг менән үтте. Тамашасы төрлө быуын- йәш парҙар, өлкәндәр ҙә бар. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының лор бүлеге табиптары тотош коллектив менән килгән.