Финал 18 февралдә Күмертау ҡалаһында уҙа. Унда һайлап алыу турын уңышлы үткән 20 команда ҡатнаша. Мәктәп уҡыусылары хәрби әҙерлек һәм йыр башҡарыу, автомат һүтеп-йыйыу, башҡорт йәйәһенән атыу, арҡан тартышыу, йүгереү һәм башҡа ярыштарҙа көс һынаша. Еңеүсегә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов күсмә кубогы тапшырыла.