Бөгөндән Өфөнән Дүшәмбегә самолет оса башлай. Тажиҡстан баш ҡалаһына өс сәғәттә барып етергә була. Иртәгәнән “Өфө – Сәмәрҡәнд” рейсы асыла. 6 марттан Минскиға авиамаршрут ҡайтанан тергеҙелә. Тура осоштар туризмды үҫтереү өсөн яҡшы мөмкинлектәр аса, тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.