Был проект 2021 йылдан Республика Башлығы башланғысы менән ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә сайтта 14 мең ярым тәҡдим урынлаштырылды. Изге эштәр проектында 3 мең 600 кеше ҡатнашты, 900 миллион һум аҡса тотонолдо. Бөгөн Туймазы ҡалаһында "Атайсал" зона форумы уҙғарыла. Унда 11 район һәм ҡала вәкилдәре ҡатнаша.