Тәүге студент отрядтары 1959 йылда барлыҡҡа килә. Бөгөн улар илебеҙҙең 74 төбәгенән 240 мең студентты берләштерә. Һуңғы ваҡытта студенттар ирекмәндәр хәрәкәтенә әүҙем ҡушыла- Өфөләге ШОС-БРИКС саммиттары, Сочи Олимпиадаһы кеүек мөһим сараларҙа уларҙың ярҙамы ҙур булды. Башҡортостанда "Рәсәй студент отрядтары" йәштәр йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе булдырылды.