Уҙған йылдың 7 айында бында 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Күрелгән сараларҙан һуң 5 ай эсендә 1 үлем теркәлгән. Был юл республикала иң хәүефлеләрҙән һанала, водителдәр йыш ҡына алдағы машиналарҙы уҙырға тырышып ҡаршы яҡҡа сыға. Трассала яңы юл билдәләре ҡуйылған, камералар урынлаштырылған. Радий Хәбиров бындай тәжрибәне авария йыш булған башҡа урындарҙа ла ҡулланырға ҡушты.