Республика буйынса Росреестр идаралығынан шул турала белдерәләр. Йәмәғәт кадастр картаһында йорт төҙөлөшө өсөн тәғәйен ер участкалары күрһәтелгән. 21 районда 500-ҙән ашыу биләмә асыҡланған. Өфө районы, Октябрьский, Сибай, Благовещен, Дәүләкән, Салауат һәм Өфө ҡалаларында иң күп участкалар электрон мәғлүмәт системаһына индерелгән. Йыл аҙағына тиклем йорт төҙөлөшө өсөн тәғәйен ер участкалары майҙаны 2,5 тапҡырға артыуы көтөлә.