Өфө студенттары робот-дезинфектор уйлап тапҡан

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, үҙенсәлекле ҡорамал нигеҙендә озон генераторы урынлаштырылған. Ул һауала вирустар, шул иҫәптән грипп штамдарын, бактерия һәм үңәҙ бәшмәктәрен юҡ итә. Робот-дезинфекторҙы мәктәптә, дауаханала, йәмәғәт туҡланыу урындарында ҡуйырға мөмкин.