Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша 26 ойошма 50 грант алған. Уны кредитты ҡаплау өсөн тотонғандар, шулай уҡ сеймал һәм ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплай алғандар. Компаниялар импортҡа алмаш программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Былтыр Башҡортостан кластерҙары ассоциацияһы ойошторолдо. Унда мебель, авиация, машиналар төҙөү, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармаҡтары инде. Яҡын арала еңел сәнәғәт кластеры барлыҡҡа килә.