Республикала электр ҡорамалдары етештереү бер йылда 67 процентҡа артҡан

Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, бының бер нисә сәбәбе бар. Оборона министрлығынан яңы заказдар булған. Шулай уҡ сит ил компаниялары яғынан конкуренция кәмегән. Бер йылда республикала 14 миллиард һумлыҡ  электр ҡорамалдары  етештерелгән.