Гуманитар ярҙам Башҡортостандың тиҫтәгә яҡын төбәгенән йыйылған Баймаҡ районында йәшәүселәр махсус хәрби операция биләмәһенә «УАЗ Буханка» автомобиле, төҙөлөш өсөн ағас таҡталар, эш ҡоралдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатты. Теманың дауамы киләһе репортажда.
Райондың бар ауылдары менән әҙерләнгән маскировка селтәрҙәре, йылы ойоҡбаштар, мунса кәрәк‐яраҡтары, тепловизорҙар, бензо бысҡы, рация, шәхси гигиена әйберҙәре әйберҙәре‐былар һәммәһе лә һалдаттарыбыҙҙың хәрби операциялағы көнкүрешен еңеләйтеү маҡсатында тупланды.
Гуманитар ылау юлланасағы хаҡында ишеткәс Моратовтар ғаиләһе лә ситтә ҡалмай, ғаиләләре исеменән һалдаттарға посылка йыйа. Хәрби хәрәкәттәр ветераны Фәрит Моратов үҙе лә бер нисә тапҡыр ылау оҙатып Украинала булып ҡайта.
Шулай уҡ урындағы шәхси эшҡыуарҙар Сыңғыҙ ауылынан Булат Рәжәпов, Бикештән Андрей Юлғотлин, Үрге Яйыҡбайҙан Айҙар Ғәйетҡолов һәм Түбә ауылынан Ҡыуат Боҫҡонов, Ишейҙән Ринат Исҡужин яу ҡырына ағас материалдары оҙатты. Ике йөк машинаһы ағас һәм таҡта гуманитар ылау менән бергә алып барыласаҡ.
Гуманитар ярҙам һалдаттарға имен барып етһен. Изге теләктәр менән яҙылған хаттар хәрбиҙәрҙең күңелен йылытһын.
Раушания Рәхимова