Өфө балалар тимер юлы тәрбиәләнеүселәре «Һалдатҡа хат» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Илһөйәрлек сараһы Рәсәй тимер юлының терәү мәғариф учреждениеһы һаналған 132-се мәктәптә үтте. Тиҫтәләп уҡыусы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға изге теләктәрен, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Педагогик коллектив билдәләүенсә, хат яҙыуға балалар ғына түгел, уларҙың ата-әсәләре лә етди ҡараған. Өлкәндәр көсө менән башҡорт батальондарына гуманитар ярҙам тупланған.

Мәктәп уҡыусылары хат-открыткаларын Еңеү символдары менән биҙәгән. Малай-ҡыҙҙарҙың теләге бер - хәрбиҙәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын.