Благовещенда OZON маркетплейсы өсөн күмәртә-бүлеү үҙәге төҙөләсәк

Күләмле проект Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. Кәңәшмәлә сәнәғәт, сауҙа һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге башҡа проекттар ҙа ҡаралды.

«Ромекс Групп» компанияһы етәксеһе урынбаҫары Константин Томенко билдәләүенсә, «Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендәге проекттың дөйөм майҙаны 93 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Инвестициялар күләме 6 миллиард һум самаһы. Башланғыс бер нисә этапта тормошҡа ашырыла. Проект ҙур һәм, әлбиттә, ҡыҙыҡлы. Министрлыҡтарҙа коллегаларымдан инвесторҙы төҙөлөш тамамланғансы һәм логистик үҙәк эшләй башлағансы оҙатып йөрөүҙәрен һорайым, - тине Радий Хәбиров.

«РемДизельСнаб» компанияһы автотранспортты хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса производство ҡеүәттәрен киңәйтергә ниәтләй. Предприятие Бәләбәйҙә 2021 йылдан алып эшләй һәм трактор техникаһын яңыртыуға махсуслаша. «Технопром» компанияһы директоры Айҙар Йосопов Өфөнөң Дим районында заманса станоктар эшләү заводын төҙөү проекты тураһында һөйләне. Яңы производствоға 332 миллион һум инвестиция йүнәлтеү күҙаллана. Был 35 кешене эш урыны менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Станоктар эшләү - ябай тармаҡ түгел, ләкин республика кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер, - тине Радий Хәбиров.