Башҡортостандың өс урта һөнәри белем биреү учреждениеһы быйыл «Һөнәрмән» федераль проекты сиктәрендә 300 миллион һум финанс ярҙам аласаҡ. Былтыр иһә был проектта республиканан тәүгеләрҙән булып Өфө машиналар эшләү колледжы еңеү яулаған. Студенттарға белем биреү һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проект һөҙөмтәләре менән бөгөн Республика башлығы ла танышты. Радий Хәбиров уҡыу йортоноң лабораторияларын, ятағын ҡарап сыҡты, педагогтар, студенттар менән аралашты. Эш сәфәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Уйынсыҡ һымаҡ ҡупшы ҡоролмалар ҙа тимерҙе юнып, йышып, тишеп булыуына ышанырлыҡ та түгел. Тик был заманса станоктарҙың мөмкинлеге сикһеҙ, уларҙа һәр деталде теүәл, төҙөк итеп эшләргә мөмкин. Ә иң мөһиме, студенттар ошо ҡоролмаларҙы файҙаланырға өйрәнә. Йәғни, юғары әҙерлекле белгес булып сыға. Элек Өфө моторҙар эшләү берекмәһе йәш кадрҙарҙың кимәленә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерһә, хәҙер эш биреүселәр ҡәнәғәт.
Өфө машиналар эшләү колледжы металл эшкәртеү буйынса махсуслашҡан тарихи уҡыу йорттарының береһе. Әле бында 1 мең 500-гә яҡын студент уҡый. Урта һөнәри белем биреү учреждениеһы тәү сиратта Өфө моторҙар эшләү берекмәһе өсөн кадрҙар әҙерләй, ҡеүәтле предприятие менән уҡыу йорто араһында ныҡлы хеҙмәттәшлек булдырылған.
Һуңғы йылдарҙа уҡыу йорто үҫеш осоро кисерә. 4 йыл элек бында «Йәш һөнәрмән» федераль проекты сиктәрендә 5 оҫтахана асылған. Былтыр иһә колледж республикалала тәүгеләрҙән булып «Һөнәрмән» федераль проектында еңеү яулай. Уның сиктәрендә ил ҡаҙнаһынан 100, Башҡортостандан 114 миллион һум аҡса бүленә. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе ятаҡты ремонтлауға 30 миллион һум йүнәлтә.
Хәҙер колледжды танырлыҡ та түгел, дәрестәрҙә алынған белем шунда уҡ практик эш менән нығытыла. Студентар һәр дәресте көтөп ала.
Уҡыу бүлмәләре, лабораториялар заманса ҡоролмалар күргәҙмәһен хәтерләтә. Уларҙа машиналар эшләү тармағының төрлө йүнәлештәрен үҙләштерергә мөмкин. Педагогтар әйтеүенсә, был заман талабы. Ҡеүәтле предприятиеларҙа эшләү өсөн белгестәрҙең дә кимәле юғары булырға, халыҡ-ара стандарттарға яуап бирергә тейеш.
Республика башлығы колледждағы үҙгәрештәрҙе юғары баһаланы. Заманса шарттар белем биреү сифатына ла ыңғай йоғонто яһай, тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе уҡыу корпусынан һуң ятаҡта ла ҡараны. Бында йәшәү өсөн тулы уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бүлмәләрҙә яңы йыһаздар ҡуйылған, бөтә ерҙә таҙалыҡ, тәртип. Беренсе ҡаттта хатта балаларының хәлен белергә килгән ата-әсәләр өсөн бушлай ҡунаҡхана эшләй.
Быйыл «Һөнәрмән» проекты сиктәрендә химия, тау байыҡтырыу. машиналар эшләү йүнәлеше буйынса тағы ла 3 уҡыу-етештереү кластеры барлыҡҡа килә. Уларҙы асыуға федераль ҡаҙнанан 300 миллион һум аҡса бүленә. Оҫтаханалар Стәрлетамаҡтың химия-технология һәм политехник колледждары һәм Учалының тау байыҡтыру колледжы базаһында төҙөлә. Федераль грантты алыу өсөн төп талаптарҙың береһе булып уҡыу йортоноң сәнәғәт предприятиеһына беркетелеүе тора.
Рәмзиә Кәримова