«Йәшәргә, уҡырға, еңергә» тип аталған спорт ярышында балалар саңғыла йөрөүҙән тыш хәрби күнекмәләр үтте, физик әҙерлеген һынаны. Эстафета барышын БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова күҙәтте.
Эстафетала еңеү өсөн саңғыла яҡшы йөрөү генә аҙ. Ике саҡрым араны үткәндән һуң ярышта ҡатнашыусыларға сәпкә тейҙереү шарт. Ә бының өсөн һулышты тынысландырырға кәрәк. Командалағы дүрт кешенән тик бер уҡыусы ғына тапҡыр ата алды.
Спорт ярышы уҡыусыларҙа, бигерәк тә егеттәрҙә сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләй. Рәсәй Геройы, десантсы Артур Ҡорбанғәлиев тап шундайҙарҙан булған. Өфө егете 1999 йылда Чечен республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була, әммә яралы яуҙаштарын ҡотҡара. «Ҡашҡаҙан» паркында ойошторолған хәрби эстафета Октябрь районы мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларын йыйҙы.
Герой исеменә ярыш баш ҡалала йыл һайын ойошторола. Уҡыусыларҙы һәр этапта судьялар баһалай. Теге йәки был һынауҙы дөрөҫ башҡарыу, бүленгән ваҡытҡа өлгәшеү - иң күп мәрәй йыйған команда беренселекте яулай.
Эстафеталағы һынауҙарҙың береһе яралыны күсереү. 4 ҡатнашыусының береһе санаға ултыра һәм уны уҡыусылар билдәле бер арауыҡҡа күсерергә тейеш. Был этапта тиҙлек баһалана.
Ярыш һуңында еңеүселәр билдәләнде. Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй геройы исеменә тап төшөрмәҫкә, тормошта ла уның һымаҡ ҡыйыу, етеҙ, илһөйәр булырға вәғәҙә итте.
Лилиә Мәҡсүтова