“Беҙҙең өйҙөң йәме” Рәсәйҙәге иң яҡшы хәйриә проекты тип танылды

“Көмөш уҡсы” милли премияһы еңеүселәре иғлан ителде. “Вся Уфа” телеканалы һәм “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды әҙерләгән телевизион проекты ике номинацияла финалға сыҡты. Башҡортостан Башлығы тормош иптәше Каринэ Хәбирова башланғысы менән ойошторолған проект ярҙамында һуңғы 4 йылда 55 етем бала ғаиләле булған. Телеканалда һәм социаль селтәрҙәрҙә балалар тарихын күрһәткән 90 видеояҙма әҙерләнде.