Башҡортостан ҡотҡарыусылары Төркиәнән ҡайта башланы

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, ирекмәндәр емерелектәр араһынан 6 кешене ҡотҡарған. Башҡортостандан Төркиәгә 25 ҡотҡарыусы һәм Торин ҡушаматлы эт ебәрелде. Радий Хәбиров егеттәргә рәхмәт белдерҙе. Төркиәлә ер тетрәүе арҡаһында 37 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлдө.