Яугирҙәргә тыуған яҡ сәләме юлланды

Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатты. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан республика хәрбиҙәренә аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ әҙерләнгән. “Һалдаттарға тәғәйенләнгән ярҙам 20-нән ашыу йөк машинаһы менән алып барыла”, - ти Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Яугирҙәргә туғандары һәм яҡындары посылка һәм хаттар ебәрҙе. Улар ир-егеттәрҙең күңелен йылытыр, кәйефен күтәрер”, - ти Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың йәмәғәт штабы етәксеһе урынбаҫары Алмас Юлбарыҫов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Гуманитар ылауҙы вице-премьер Ирек Сәғитов оҙатып бара.