Башҡортостан башлығы Төркиәлә ҡотҡарыусыларыбыҙҙы нисек ҡабул итеүҙәре тураһында пост һалды. Улар емереклектәр аҫтынан 6 кешене ҡотҡарған, 54 кешенең кәүҙәһен сығарған. Рәхмәт, егеттәр. Һеҙ лайыҡлы эшләнегеҙ, тип яҙған Радий Хәбиров.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы алдан хәбәр иткәнсә, Башҡортостан үҙ теләге менән ҡотҡарыусыларҙы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙамға ебәргән тәүге төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Бынан тыш, республика Төркиәгә 25 тонна гуманитар ярҙам ебәрҙе. Улар араһында палатка, юрғандар, балалар әйберҙәре һәм аҙыҡ-түлек, электрон ҡоролмалар өсөн пауэрбанктар һәм башҡалар бар. Изге эшкә ябай халыҡ, предприятиелар һәм бизнес вәкилдәре ҡушылды.