Джефф Монсонға Америка паспорты кәрәкмәй

Ҡатнаш берҙәм алыштың билдәле спортсыһы Америка гражданлығынан баш тартыу процедураһын башланы. Сөнки ул Америка Ҡушма Штаттары менән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡҡа эйә булырға теләмәй, сөнки Монсон фекеренсә, Америка хөкүмәте һәм ҡораллы көстәре һуғыштар, санкция һәм башҡа илдәрҙең эштәренә ҡыҫылыуы менән бығаса күрелмәгән ғазаптарға дусар итә. 2018 йылда ул үҙе Рәсәй гражданлығын ала. Спорт карьераһын тамамлағандан һуң, Башҡортостанда джиу-джитсу һәм грэпплингты үҫтереү өсөн Өфөгә күсә.