Сара сиктәрендә урындағы халыҡтың һаулығын Өфө дауаханаларынан килгән тәжрибәле табиптар тикшерҙе. Ауыл халҡы кардиолог, эндокринолог, гинеколог, нейрохирург, онколог һәм башҡа табиптар менән аралашып консультация алды. Сәләмәтлек марафонына ярашлы район үҙәгендә йөҙҙән ашыу кеше медицина тикшереүе үтте. Бынан тыш, инсульт, инфаркт кеүек хәүефле диагноздарҙы иҫкәртеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде.