Экспозицияла тиҫтәнән ашыу скульпторҙың ағастан яһалған һындары урын алды. Башҡорт халҡының боронғо һынлы сәнғәте күргәҙмәлә авангард ҡанундары менән үрелеп бара. Бында реализм, классика, модернизм, экспрессионизм кеүек төрлө йүнәлештә скульптуралар менән танышырға мөмкин. Экспозицияла тәжрибәле скульпторҙар әҫәрҙәре менән бер рәттә йәш белгестәрҙең графика стилендәге композициялары менән танышырға мөмкин. Башҡортостан рәссамдар союзы ойошторған күргәҙмә 16 мартҡа тиклем эшләй.