Хәйбулла районы Маҡан ауылында «Һиңә йырлайым, Ватаным» хәрби-патриотик йырҙар конкурсы үтте

Бәйге Атайсалға файҙалы эш йылы сиктәрендә ойошторолдо. Маҡан, Степной һәм Әбүбәкер ауылдарында үткән конкурстың төбәк этабында ғына 7 йәштән 70 йәшкә тиклем 150-нән ашыу йырсы ҡатнашты. Улар араһында Мәскәү өлкәһе вәкилдәре лә бар ине. Конкурсанттарҙы абруйлы жюри ағзалары баһалаған. Музыкаль бәйге район үҙәге мәҙәниәт йортонда үтәсәк гала-концерт менән тамамланыр, тип көтөлә.

Бала саҡтан йырларға яраттым. Ата- әсәйем дә ижад кешеләре булды, өйөбөҙҙә йыр-моң тынманы. Атайым балалайкала уйнаны, мин гел уның көйөнә бейер инем. Конкурсҡа килгәндә, бындай патриотик саралар бик кәрәк, бигерәк тә йәштәр өсөн.

Антонина Фомина, конкурста ҡатнашыусы