“Башҡортостанда баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ҙур ярҙам күрһәтелә. Йылдар дауамында туплана килгән проблемалар хәл ителә. Баҡсасылар үҙҙәре лә тырышлыҡ күрһәтергә тейеш”. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина беҙҙең радиоға биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе. “Баҡсасылыҡ һәм дача ширҡәттәренең инфраструктураһы яҡшыртыла, юлдар һалына. Биләмәләргә электр үткәрелә”, - тине ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФорум барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баҡсасылыҡ ширҡәттәренә дәүләт ярҙамы арттырылыуы тураһында белдерҙе. Республикала 500 меңлек ун грант булдырыла. Ул иң яҡшы ширҡәттәргә тапшырыла. Башҡортостан етәксеһе өлкән йәштәгеләр күп булған ҙур баҡса биләмәләрендә мобиль фельдшер-акушер пункттары урынлаштырырға тәҡдим итте.