Ярыш ошо ял көндәре ойошторола. Унда Суперлига командалары сығыш яһай. Турнирҙа Өфөнән “Башҡортостан” клубы, Тольятти, Свердловск өлкәһе, Щадринск һәм Күмертау мотоуҙышсылары ҡатнаша. Мәрәйҙәр һаны буйынса Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге командаһы беренсе урында килә.