Быйыл баш ҡалала 60 күп фатирлы йортто берләштергән 17 ихата тәртипкә килтерелә. Программаға ярашлы юлға асфальт түшәлә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр ҡуйыла, тирә-яҡ йәшелләндерелә. Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса быйыл 206 ихата ремонтлана.