Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда хәмер һатыу Ғафури районында ныҡ артҡан, һандар 14 процентҡа күтәрелгән. Республика буйынса ла күрһәткестәр үҫкән. Борай, Краснокама, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарында ғына иҫерткес һатыу кәмеүе теркәлгән.