Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы 29 төбәккә миллиард һум бүленә. Урта кластарҙа белем алыусы 200 мең уҡыусы өсөн туристик сәфәрҙәр ойоштороу көтөлә. Башҡортостан уҙған йылда 11 мең уҡыусы социаль сертификат буйынса сәфәр ҡылған. Быйыл өс тапҡырға күберәк баланы мәктәп туризмына йәлеп итеү планлаштырыла, тип хәбәр итәләр Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.