Был турала ул «Смарт баҡсасы» форумында белдерҙе. Йыйын республикала икенсе тапҡыр ойошторолдо һәм быйыл сараға күрше төбәк белгестәре, баҡсасылар ширҡәттәре вәкилдәре саҡырылған. 6 сутый хужалырын борсоған мәсьәләләр тураһында ентекләберәк Айнур Кәбиров яҙмаһында.
Февраль уртаһы етеү менән ҡайһы бер тәҙрәләрҙә шәмәхә төҫөндәге лампалар емелдәй башлай. Был иһә баҡса миҙгеле башланыуға ишара. Өҫтәмә яҡтылыҡ ярҙамында хужабикәләрҙең үҫентеләре морон төртә. Сөнки мул уңыш алам тиһәң орлоҡто ергә тығыу ғына етмәй. Туҡландырыу, ашлама һибеү, ауырыуһыҙ орлоҡ ҡулланыу, ғөмүмән, үҫемлекселек менән фән нигеҙендә шөғөлләнеү зарур, ти белгестәр.
Әммә мөккибән китеп йәшелсә- емеш үҫтереү өсөн башҡа мәсьәләләрҙең дә хәл ителеүе мөһим. Һыу, электр уты, йылылыҡ тәьминәте лә көҙгө уңыш муллығына йоғонто яһай.
Смарт баҡсасылар хәҙер икенсе йыл рәттән бергә йыйылып ошо көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә баш вата. Республика етәксеһе башланғысы менән тиҫтәләрсә йыл урынынан ҡуҙғатылмаған проблемалар ҙа хәл ителеш алды. Былтыр Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә юл төҙөкләндереү һәм электр селтәрҙәрен рәткә килтереү масатында йөҙ миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.
Ғөмүмән, мул уңыш алыу өсөн уңдырышлы тупраҡ ҡына етмәй хәҙер, 6 сутый коммуникациялар менән байытылған , юридик йәһәттән дә һаҡланған булыуы мөһим. Әммә был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тәү сиратта власть менән баҡсасылар араһында ла коммуникация булыуы шарт.
Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кешенең баҡса йорто бар. Баҡсасылар ширҡәте иһә мең ярымдан ашҡан. Был күрһәткес буйынса республика илдә алтынсы урынды биләй. Әлбиттә, тотош бер субкультураға әйләнгән баҡсасыларҙың проблемаларын хәл итеү өсөн 100 миллион бик аҙ, әммә беҙ алған йүнәлештән тайпылмаясаҡбыҙ, тине Радий Хәбиров. Быйылға сумма тағы ла арттырыласаҡ.
Баҡсасылар проблемаларын хәл итеүгә башҡа сығанаҡтарҙан да аҡса йәлеп ителә. Шул уҡ электр тәьминәте ойошмкалары ла инвестициялар индерә. Дәүләттең бер һумына уларҙың өс һумы тура килә.
Радий Хәбиров Баҡсасылар ширҡәттәрендә фельдшер -акушер пункттары булдырыу тәҡдимен дә индерҙе. Сөнки унда башлыса оло йәштәгеләр йәшәй һәм уларға йыш ҡына табип ярҙамы талап ителә. Был тәжрибә үҙен аҡлаһа, тотош республикалағы баҡсасылар ширҡәттәре фельдшерҙар менән тәьмин ителәсәк. Ә бына 500 меңешәр һумлыҡ республика башлығы гранты әленән үк бирелә башлаясаҡ. Уны иң яҡшы тип табылған ун баҡсасылар ширҡәте аласаҡ.
Айнур Кәбиров