Өфө хосписы июнь аҙағына тиклем файҙалыныуға тапшырылырға тейеш

Был хаҡта Башҡортостан башлығы хәбәр итте. Радий Хәбиров хоспис биналары комплексында булды. Ул өлкәндәргә һәм дауалап булмаҫлыҡ сирҙәр менән яфаланған балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөлә. Объекттың дөйөм майҙаны - 13 мең квадрат метр самаһы. Стационар 60 урынға иҫәпләнгән. Айырым ҡунаҡ, ата-әсәләр һәм туғандар өсөн ҡаралған бүлмәләр бар. Әле барлыҡ тышҡы эштәр ҙә тиерлек башҡарылған. Бина эсендә биҙәкләү эштәре бара. Медицина ҡорамалдарының бер өлөшө һатып алынған да инде. Республика башлығы хоспистың биналарын ҡараны һәм ошондай мөһим объектты төҙөүҙә ярҙам күрһәткән төҙөүселәргә һәм меценаттарға рәхмәт белдерҙе.