Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте

Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре буйынса икенсе федераль олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Олимпиадала 500 уҡыусы ҡатнашҡан, уларҙың ике йөҙҙән ашыуы икенсе этапҡа үткән. Баш ҡалала 20 район, ете ҡала һәм Өфөнөң алты лицей, гимназияларынан уҡыусылар йыйылды.

8 се кластан 11-сегә тиклем уҡыусылар 4 сәғәт дауамында башҡорт теле һәм әҙәбиәттән яҙма эш, тест һорауҙарына яуап биреү кеүек һынауҙар үтә. Еңеүсене Рәсәйҙең мәғрифәт министрлығы Анапалағы шифаханаға ике аҙналыҡ юллама менән бүләкләй. Призерҙарға беренсе курста 50 мең һум күләмендә стипендия ҡаралған.