Рәсәй геройҙары Стәрлетамаҡта мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр менән осрашты

Илһөйәрлек дәрестәре. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойошторолған Рәсәй геройҙары, генералдар, адмиралдар һәм ветерандар комитеты ағзалары Стәрлетамаҡта мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр менән осрашты. Әңгәмә барышында, улар кемдәр ул геройҙар һәм ни өсөн тыуған илде яратырға кәрәк тигән һорауҙарға яуап бирҙе. Яуаптарҙы БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин тыңланы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилинваль мәктәбе уҡыусыларын Рәсәй геройҙарына һорауҙарын бирә. Ҡаһарманлыҡ, ватансылыҡ, хәрби антҡа тоғоролоҡ телдмәр тотоусылар өсөн ҡоро һүҙ генә түгел. Сығышы менән Миәкә районы, Кесе ғәйнә ауылынан Рәсәй геройы, генерал-майор Сергей Тулин мәҫәлән Төньяҡ Кавказда бурысын үтәгәндә бер нисә тапҡыр яраланған, контузиялар алған. Әле хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, илһөйәрлек аманатын йәш быуынға еткереүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойошторолған Рәсәй геройҙары, генералдар, адмиралдар һәм ветерандар комитеты, Мәскәүҙә йәшәгән яҡташ хәрбиҙәрҙе берләштерә.

Рәсәй геройҙары, генералдар, адмиралдар һәм ветерандар комитеты ағзалары Стәрлетамаҡтан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙар менән дә осрашты. Уларҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Төрлө йылдарҙа илебеҙ мәнфәғәттәре һағында торған яҡташтарыбыҙ фекеренсә һәр осор өсөн иң мөһим тойғо - илһөйәрлек.

Комитет ағзалары Стәрлетамаҡтың ветеран ойошмалары ағзалары менән берлектә ҡаланың Еңеү майҙанындағы «Мәңгелек ут» мемориалына сәскә гөлләмәләре лә һалды. Беҙҙе Ватан өсөн ғүмерен аямаған яугирҙар рухына хөрмәт һәм илһөйәрлек берләштерә, - тип билдәләй сарала ҡатнашыусылар.

Стәрлетамаҡтағы осрашыуҙар Рәсәй геройҙары, генералдар, адмиралдар һәм ветерандар комитетының тәүге сараһы. Артабан илһөйәрлек дәрестәрен улар республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла уҙғарырға иҫәп тота.

Рафиҡ Әхмәтшин