Ул быға тиклем билдәле булған Октябрьский һәм Леднев мәмерйәләрен тоташтырыу һөҙөмтәһендә асыҡлана. Хәҙер республика спелеокадастры исемлеген 5 мең 394 метрлыҡ мәмерйә тулыландырасаҡ. Октябрьский һәм Леднева спелиосистемаһына Киндерле мәмерйәһе лә ҡарай. Һуңғыһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова булды.
Ғафури районының Таш аҫты ауылынан Киндерле мәмерйәһенә тиклем ҡышҡыһын Еҙем өҫтөнән ат егеп санала, йә ҡаргиҙәрҙә барып етергә була. Мәмерйәгә инеү уырыны - ҡаяла, яр буйынан бейеклеккә тиклем һуҡмаҡ буйлап, бауҙарға тотоноп менергә кәрәк. Каска, фонарь, альпинист кәрәк-яраҡтарын үҙебеҙ менән алабыҙ. Бер километр оҙонлоҡтағы маршрут ҡая таштар, тар бушлыҡтар аша билдәле Классика залына илтә. Мәмерйәгә индәндән алып күп тә үтмәй сталагмиттарҙы осратабыҙ.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында бер-береһенә яҡын урынлашҡан Киндерле, Октябрьский һәм Леднева мәмерйәләре - ҙур спелиосистема икәнлеге асыҡланған. Шул ваҡытта уҡ уларҙы тоташтырыусы юлдар эҙләп ҡарала, тау ҡыуышлыҡтары тикшерелә. Яңы асышҡа илткән экспедицияла 14 кеше ҡатнашҡан. Бер төркөм Леднев, икенсеһе Октябрьский мәмерйәһенән бер-береһенә ҡаршыға сыға һәм тоташтырып торған урынды табалар.
Октябрьский менән Леднев мәмерйәләренең тоташыуы - 2023 йылдың тәүге геогрфик табышы тип атарға була. «Еҙем» тәбиғи паркы директоры һүҙҙәренсә, Киндерле мәмерйәһе спелеосистемаһы Рәсәйҙең иң ҙур мәмерйәләр иҫәбенә инеүе ихтимал.
Әле спелиологтарҙың төп маҡсаты - Леднев менән Октябрьский мәмерйәләренән яңы юлдар, ҡыуышлыҡтар эҙләп Киндерле мәмерйәһенә сығыу. Һуңғыһында беҙҙең экскурсия дауам итә. Тәбиғәт ҡомартҡыһының иң хәүефле урынана - 12 метрлыҡ текә ярға килеп еттек.Ҡаянан төшөү һәм артабан үтеү өсөн махсус әҙерлек кәрәк.
Һуңғы ете йыл эсендә генә мәмерйә белгестәре «Еҙем» тәбиғи паркына 64 тапҡыр килеп, тикшереү эштәре башҡарған, топографик съемкалар эшләгән. Киндерле мәмерйәһенең Атланттар һәм Классика залына һәр кем үтә алмай. Унда йөрөү хәүефле лә.
Киндерле мәмерйәһенә экскурсия - үҙе бер үҙенсәлек. Беҙҙең маршрут аҙағына тиклем етеп бара. Атланттар залын үтеп тағы 3 метр юғарыға үрләргә ҡала.
Спелиологтар өс мәмерйәне лә тоташтырыусы юлдар табылыуына ышана. Әле ике тәбиғәт ҡомартҡыһының оҙонлоғон 20 километрҙан ашыу. Яңы асылған Октябрь - Леднева системаһы әлеге ваҡытта Уралдағы иң оҙон мәмерйәләр исемлегендә етенсе һәм Башҡортостанда дүртенсе урынды биләй. Әммә өс тау ҡыуышлығының да потенциалы ғәйәт ҙур булыуын иҫәпкә алғанда, был һандың һиҙелерлек артыуы ихтимал.
Әлфинә Килдейәрова