Өфөлә республика етештереүселәренең күргәҙмә-йәрминкәһе үтте

«Башҡортостанда эшләнгән» тип аталған сара «Лента» сауҙа селтәренең Сипайлово биҫтәһендәге магазинында ойошторолдо.

Күргәҙмә-йәрминкәлә Республиканың төрлө төбәгенән килгән тиҫтәтән ашыу фермерҙың продукцияһы ҡуйылған. Бында ит, һөт ризыҡтарын да, йәшелсә-емештәрҙе лә күрергә мөмкин. Өфө халҡында айырыуса йылҡы ите, ҡаҙылыҡ, ҡымыҙ, сырҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Мәҫәлән, Динар Ахунов Әлшәй районынан килгән. Хужалар йыл әйләнәһенә бейә һауыу һәм ҡымыҙ бешеү менән шөғөлләнә. Ә Баймаҡтан «Ирәндек» компанияһы башҡала халҡына ит ризыҡтары тәҡдим итә. Фермерҙар әйтеүенсә, бындай күргәҙмә-йәрминкәләр ике яҡ өсөн дә отошло. Етештереүселәргә үҙҙәренең продукцияһы менән таныштырыу мөмкинлеге асыла, ә ҡала халҡы экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция һатып ала.