Ул Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовы иҫтәлегенә арналды. Ярыш башланыр алдынан спортсылар һәм көйәрмәндәр спорт һарайы фойеһындағы күргәҙмәне ҡараны. Бында Бөйөк ватан һуғышы осорондағы экспонаттар һәм яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре ҡуйылған.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов үҙенең сәләмләү телмәрендә Миңлеғәле Минһаж улы ҡаһарманлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ өлгөһө булыуы билдәләне. Келәм батырҙарына ла шундай уҡ сифаттар хас. Спортсыларҙың барыһына ла ғәҙел көрәш, ә көйәрмәндәргә - яҡшы кәйеф һәм сағыу тәьҫораттар. Иң көслөләр еңһен! - тип теләне Рөстәм Фәрит улы.
Генерал-майор Сергей Тулин үҙ сығышында спорт хәрбиҙәрҙең характерын сыныҡтырыуын, улар һәр ваҡыт Ватанды һаҡлауға әҙер булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан беренселегендә ике тиҫтәтән ашыу ҡала һәм районынан көслө командалар ҡатнаша. Еңеү өсөн бөтәһе 400-ҙән ашыу спортсы бил һынаша.