Башҡортостанда "Атайсал" проектына ярашлы легендалар конкурсы уҙғарыла

Сәйәхәтсе һәм яҙыусы  Камил  Йыһаншин шундай  башланғыс менән сыҡты.  Конкурс эштәре башҡорт һәм рус телдәрендә ҡабул ителә. Конкурста ике номинация була,  беренсеһе  - «Иң яҡшы пост», икенсеһе  - «Иң яҡшы видеяҙма». Һәр номинацияла еңеүсе һәм призерҙар билдәләнә. - Ер-һыу атамаларын һәм уларҙың тарихын һаҡлап алып ҡалыу беҙҙең төп бурыс, - ти  Камил Йыһаншин. 2023 йыл Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителде.