Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн линейкалар уҙғарыла, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә саралар ойошторола. Балалар һәм уҡытыусылар бер-береһен милли кейемдәр кейеп әсә телендә сәләмләй. Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан шулай уҡ китап һатыу акциялары, уҡыу әсбаптары менән таныштырыу була, "Ағиҙел" төбәк-ара полилингваль олимпиадаһы уҙғарыла.