Стәрлебаш ауылында урындағы эшҡыуарҙың башланғысы менән көнбағыш майын һығыу цехы асылды

Яңы цех тураһында социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙған.

2021 йылда Ильвер Хәбибуллин элекке май һығыу цехы бинаһын һатып алды. Ремонтлап, коммуникацияларҙы төҙөкләндергәндән һуң, ҡорамалдар һатып алған. Сеймалға үҙ аҡсаһы етмәгәс, урындағы хакимиәттән дә ярҙам иткәндәр.

Былтыр Ильвер Стәрлебаш районындағы «Эшҡыуарҙар сәғәте»нең береһенә килде. Эшҡыуарға бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса муниципаль программала ҡатнашырға тәҡдим ителгән. Һөҙөмтәлә Ильвер Хәбибуллинға сеймал һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплауға субсидия бирелде. Бөгөн дә уның предприятиеһы етештергән май урындағы халыҡта ҙур һорау менән файҙалана.

Артабанғы маҡсат - «Башҡортостан продукт» билдәһен алыу. Ул продукцияның бөтә республика буйынса магазин кәштәләренә эләгергә мөмкинлек бирәсәк. Был миҫал сираттағы тапҡыр беҙҙең бизнес-шерифтар институтының - эшҡыуарҙарға төрлө кимәлдәге ярҙамдың ни тиклем һөҙөмтәле ҡорал булыуын күрһәтә, тип яҙған Башҡортостан башлығы.