Республикала СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса тағы ла өс үҙәк асыла

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса тағы ла өс үҙәк асыла. Әле ошондай учреждение Стәрлетамаҡ ҡалаһында эш башлаған. Был турала Республика башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡатнашлығындағы һөйләшеүҙә башҡа көнүҙәк проблемалар ҙа ҡаралды. Кәңәшмә онлайн форматта үтте. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Алғы һыҙыҡтағыларға ярҙамды адреслы итеп ебәрергә, матди түләүҙәрҙе юлларға, документтарҙы нисек дөрөҫ итеп тултырырға һәм башҡа проблемалар. Стәрлетамаҡтағы үҙәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса бар һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Учреждение белгестәре мөрәжәғәт итеүселәргә бөтә мәсьәләләр буйынса ла кәңәш бирергә, булышлыҡ итергә әҙер. Үҙәк «берҙәм тәҙрә» системаһы буйынса эшләй.

Республика башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә ошондай үҙәктәр тағы ла өс муниципаль берәмектә асыла тип белдерҙе. Был учреждениеға ихтыяж ысынлап та ҙур. Кешеләр бер урында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла яуап табасаҡ, ярҙам аласаҡ.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған төп темаларҙың береһе сабыйҙар үлеме менән бәйле. Үткән йыл менән сағыштырғанда быйыл үлем осраҡтары 25 процентҡа кәмегән. Әммә Республика башлығы әйтеүенсә, әле тынысланырға иртәрәк. Был йүнәлештәге эшмәкәрлекте камиллаштырыу, күрһәткесте тағы ла яҡшыртыу мотлаҡ. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, былтыр балалар араһында 153 үлем осрағы теркәлгән, был алдағы йылға ҡарағанда, 67-гә аҙыраҡ.

Тағы бер мөһим тема-милли проекттарҙың үтәлеше менән бәйле. Былтыр уларҙы тормошҡа ашырыуға 50 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән, сумманың төп өлөшө федераль бюджеттан. Милли проекттар буйынса республикала планлаштырылған 28 объекттың 27-һе сафҡа индерелгән. Улар араһында Өфө, Учалы райондарындағы, Нефтекама ҡалаһындағы мәктәптәрҙе, Өфө индустрия паркындағы етештереү комплекстарын атап үтергә мөмкин. Затон биҫтәһендәге поликлиника ғына файҙаланыуға тапшырылмай ҡалған, уның әҙерлге 98 процентҡа баһаланған. Шулай уҡ медицина учреждениелары, торлаҡ объекттары сафҡа индерелгән. Быйыл милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға 25 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡаралған. Дәүләт контракттары 28 апрелгә, муниципаль килешеүҙәр 15 майға ҡабул ителеп бөтөргә теейш.

Оператив кәңәшмәлә аҙыҡ-түлек етештереүселәргә ярҙам саралары хаҡында ла һүҙ барҙы. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһында 100 миллион һум финанслау һалынған. Үткән йылда был эш тәжрибәһе үҙен аҡлаған, етештереүселәр ҡоролмаға һәм техникаға субсидиялар алған. Дәүләт ярҙамы 40-тан ашыу предприятиеның матди-техник базаһын нығытыу мөмкинлеге биргән.

Рәмзиә Кәримова