Үткән йәкшәмбе Донбассҡа сираттағы гуманитар конвой оҙатылды. Гуманитар ярҙам эсендә һалдаттарға махсус кәрәк-яраҡтар, квадрокоптерҙар, дронға ҡаршы мылтыҡтар, бронетехника, «Уаз»ик, трактор, «Нива» автомобиле лә бар. Байрам ылауын оҙатыуҙа БЮТ хәбәрселәре лә ҡатнашты.
Ватан һаҡсыларына инселәнгән гуманитар ылауҙа юғары үтемле техника хәбиҙәрҙең теләген иҫәпкә алып әҙерләнгән. Уны туплауҙа ябай кешеләр, эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары, Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отрядтары әүҙем ҡатнашҡан.
Рөстәм Моратов хәрби операция барған биләмәгә гуманитар ылау оҙатыуҙа икенсе тапҡыр ҡатнаша. Ике тәүлек юлда дуҫы менән алмашлап рулдә барасаҡтар. Улар алдында алыҫ та, яуаплы ла ике мең саҡрымлыҡ юл үтеп, кәрәкле йөктө адресаттарға тапшырыу бурысы тора.
Гуманитар ярҙам эсендә юғары үтемле техника, уазиктар, нива автомашинаһы, генераторҙар. Бынан тыш дрондар, төнгө күреү ҡоролмалары ла алынған. Башҡорт хәрби подразделениелары составында махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусы ир-егеттәргә 23 февраль -Ватан һаҡсылары көнө уңайынан ойошторолған гуманитар ылау иң ҙуры. Бында һалдаттарға тәғәйенләнгән посылкалар ҙа бар. Унда йылы кейем, күстәнәстәрҙән тыш, йөрәк йылыһы ҡушып яҙылған хат-сәләмдәр, балалар төшөргән һүрәттәр һалынған.
10 автомобилдән торған гуманитар ылауҙа өс бронетехника ла бар. «Урал» автомобилдәрен Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары төбәк ойошмаһы йыйыған. Был гуманитар ярҙам 23 февраль-Ватан һаҡсылары көнөнә башҡорт хәрби подразделениелары составында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн респуликанан бүләк.
Гүзәл Борханова