Өфөнөң 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында уникаль операция яһала

Медицина учреждениеһы тотош республикала күкрәк соҡорона ҡабырғаларҙы киҫмәйенсә әмәлиәт яһаусы берҙән-бер дауахана. Табиптар бында йылына 10-15 баланы «итексе күкрәгенән» арындыра.

15 йәшлек Юраны әле ике аҙна элек кенә операция өҫтәлендә ятҡан тип уйламаҫһың да. Егеттең күкрәк ҡыуышлығына тимер пластина урынлаштырғандар. Имплант ҡабырғаларҙы эс яҡтан этәп тора. Ләкин сит әйберҙе бөтөнләй һиҙмәйем, ти үҫмер. Бөгөн табиптар уны өйөнә ҡайтара.

Мин күкрәктәге соҡорҙо ҡабырғаларҙы киҫеп төҙәткәндәрен ишеткәнем бар ине. Шуға бик ҡурҡып ҡына килдем. Хәҙер иһә ҡыуанып бөтә алмайым. Операцияның иртәгәһенә үк үҙем йөрөй башланым. Әле бөтөнләй ауыртмай. Тын алыуы еңелләште.

Юрий Сухов

Пластина медицина ҡоросонан яһала. Уны ике тишек аша индереп соҡорло күкрәкте беркетеп ҡуялар. Һуңынан ул тән температураһына турайып ҡабырғаларҙы эстән этә башлай. Бер нисә йылдан һуң «итексе күкрәге « тип аталған деформацияның эҙе лә ҡалмай.

Быға тиклем соҡор тирәләй ҡабырғаларҙы киҫеп төҙәйтә инек. Һуңынан оҙайлы реабилитация уҙғарыла. Ҡайһы бер осраҡта әмәлиәт һөҙөмтәһеҙ үтә ине . Бер -бер хәл булһа һөйәктәр кире һына. Ә хәҙер күкрәкте асып та тормайбыҙ. Аҙна-ун көндә пациент йүгереп йөрөй ала.

Роман Жарин, Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының ортопедия бүлеге мөдире

Быға тиклем был операцияны эшләтеү өсөн пациенттар Санкт-Петербурга йөрөргә мәжбүр булған. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһында эшләнә башлауы хәлде күпкә еңелләштергән. Өҫтәүенә операцияның был алымы күпкә арзаныраҡ сыға.

Пластина ғәҙәттә, өс-биш йыл эсендә күкрәк ҡыуышлығын тулыһынса төҙәйтә, ти табиптар. Юра осрағында уны оҙаҡҡа ҡалдырырға хәл иткәндәр. Бер зыяны ла юҡ. Уның ҡарауы, Юра үҙе хәҙер үҙ тәненән оялмайынса, ғорур баҫып, күкрәк киреп йөрөйәсәк.

Айнур Кәбиров