Был турала төбәк башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы. Предприятиеларға барғанда хеҙмәткәрҙәр өсөн эш биреүсенең хеҙмәт шарттарына иғтибар итәм. Был конкурентлы эш хаҡы ғына түгел - социаль пакет, уңайлы эш урындары, заманса ҡорамалдар һәм башҡалар.
«Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттары - Ишембайҙың «Аркада» һәм ZASPORT тегеү фабрикалары - был йәһәттән лидерҙарыбыҙҙың береһе. Бөгөн дә улар хеҙмәткәрҙәр йыя.
«Аркада» махсус кейем тегеү менән шөғөлләнә. Бында 400-гә яҡын кеше эшләй, бирсәткә тегеү цехына тағы 470 хеҙмәткәр кәрәк.
ZASPORT компанияһы көндәлек һәм спорт кейемдәре буйынса махсуслашҡан. Мартта Рәсәй олимпия йыйылмаһының рәсми экипировкалаусыһы Башҡортостанда фабрика аса. Тегенселәр, конструкторҙар, дизайнерҙар, технологтар, бухгалтер, баш механик, водитель, электрик, системалы администратор талап ителә. Эшләргә теләүселәр, ләкин тейешле компетенциялары булмағандар өсөн уҡытыу ҡаралған, тип билдәләгән Радий Хәбиров.