Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылыш алдында сығыш яһаны

Унда Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, сенаторҙар, төбәк башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр саҡырылды. Телмәренең төп өлөшөндә Президент көнбайыш элитаһының беҙҙең илгә стратегик һөжүм яһауы, локаль низағты глобаль ҡаршы тороуға әйләндерергә тырышыуы тураһында һөйләне. Владимир Путин белдереүенсә, Америка ядро ҡоралының яңы төрҙәренә һынау үткәрһә, быны Рәсәй ҙә эшләйәсәк. Мөрәжәғәтнамәлә иҡтисади үҫеш йүнәлештәре, илдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, граждандарға социаль ярҙам темалары төп урынды алып торҙо. “Беҙҙең көс – халыҡ берҙәмлеге һәм бөйөк еңеү өсөн берләшеү. Президент Рәсәйҙә йәшәгән һәр кешегә мөрәжәғәт итте”, - тине Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Владимир Путин илдең стратегик үҫеш юлдарын билдәләне”, тип иҫәпләй Башҡортостан Хәрби бәрелештәр инвалидтары ойошаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәй Президентының сығышы 1 сәғәт 50 минут самаһы дауам итте. Владимир Путиндың телмәре барышында зал 53 тапҡыр ҡул сапты, 4 тапҡыр аяғүрә тороп алҡышланы.