Байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ғәжәйеп егет тураһында яҙып сыҡҡан. Ильяс Сағынбәк - милләте буйынса ҡаҙаҡ һәм ул Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыларының береһе. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-- 2023» ҡала конкурсының «Педагогик өмөт» номинацияһы еңеүсеһе.
Ул Өфөгә 2014 йылда башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнергә теләп маҡсатлы рәүештә килгән. Беҙҙең педагогия университетын тамамлаған, әле аспирантурала уҡый. Бер үк ваҡытта Өфөнөң 9-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Йәш уҡытыусы уҡытыу методикаһын үҙе уйлап тапҡан. Педагогтың дәрестә башҡорт телен башҡа төрки телдәр менән сағыштырыу алымынан балалар бик ҡәнәғәт. Һәм һөҙөмтә яҡшы - мәктәптә йыл ярым эшләү осоронда Ильяс башҡорт теле буйынса район һәм ҡала олимпиадаларының бер нисә призерын һәм лауреатын әҙерләгән.
Башҡортостанды Ильяс Сағынбәк икенсе тыуған иле тип атай. Бында уның ғаиләһе, ике ҡыҙы бар. Беҙҙең халыҡ Ҡаҙағстандағы кеүек ихлас һәм ҡунаҡсыл. Был-халыҡтар дуҫлығы өлгөһө. Ильяс Жаркымбек улына уңыштар теләйем. Барығыҙҙы ла Халыҡ-ара туған тел көнө менән тип яҙған Башҡортостан башлығы.